Сал Уралдың моңдары. Мелодии седого Урала | |
15 ғинуар – ҡурай моңо менән йөрәктәрҙе тетрәтерлек оҫталарҙың береһе – Урал аръяғы, Ирәндек буйы ҡурайсыларының быуаттар төпкөлөнән килгән һоҡланғыс ижад тәжрибәһен үҙенең күңелендә һәм зиһенендә һаҡлап, беҙҙең көндәргә килтереп еткергән атаҡлы халыҡ музыканты Кәрим Дияровтың тыуыуына – 115 йыл. Уның тыуған ауылы Басайҙа (Баймаҡ районы) Әбдрәхмән Басаев тигән ҡурайсынан уйнарға өйрәнә. Халыҡ артисы, атаҡлы ҡурайсы, бейеүсе Ғиниәт Ушанов менән таныша, Ғата Сөләймәнов менән халыҡ алдына бик йыш сығалар, Ғәзиз Әлмөхәмәтов менән гастролдәрҙә Башҡортостан,Себер тарафтарында йөрөйҙәр. 1942 йылда фронтҡа алына, бында ла ҡурай уның тоғро юлдашы була. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа балаларҙа, йәштәрҙә халыҡ моңона, тарихына һөйөү тәрбиәләй. Ул үҙенең башҡарыуында 120-нән ашыу башҡорт халыҡ көйҙәрен магнитофон таҫмаһына яҙып ҡалдырҙы. Был байлыҡтар – ҡурайсының ҡаһарманлығы һәм яҡты аманаты, Кәрим ағай Дияровтың ҡурай моңдары ғүмер-ғүмергә һоҡланып туя алмаҫлыҡ ғәжәйеп бер ҡомартҡы ул. Сегодня 15 января исполняется 115 лет со дня рождения видного музыканта Карима Диярова, который всю жизнь посвятил пропаганде игры на курае, он также широко известен и как педагог, и как собиратель башкирского фольклора. Его детство прошло в дальней деревне, затерянной среди отрогов живописного хребта Ирандык. Своими учителями он считал известных кураистов А.Хусаинова, Г. Ушанова. Очень хорошо знал историю происхождения мелодий, часто перед исполнением мелодий рассказывал связанные с ним народные предания. Именно Карим Дияров записал один из вариантов легенды о сэсэне Махмуте, которого в народе прозвали Пешим Махмутом. В 1988 году увидела свет его книга “Мелодии седого Урала”, куда вошли свыше 120 башкирских народных песен и наигрышей в его исполнении с приложением рукописных текстов песен и легенд. Записи хранятся в музыкальном фонде Института истории, языка и литературы. Из живущих ныне мало кто знает, что Карим Дияров в свое время являлся одним из сильнейших борцов в Зауралье по борьбе на поясах, завоевал звание батыра в своей весовой категорий. Он остался в истории башкирской культуры как выдающийся самодеятельный кураист, исполнительное искусство которого отличалось виртуозностью и яркой импровизационностью. | |